Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сығарылған. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, яҡташтарыбыҙ янына тейешле ҡорамалдар менән медиктар ебәрелгән. Уларҙы Луганск халыҡ республикаһында командировкала булған табиптар ҡабул итә. Бер нисә көндән медиктар бригадаһын республиканан юлға сыҡҡан теш табиптары ла тулыландырасаҡ тигән Радий Хәбиров.