Иглин ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов менән осрашыу үтте

Юмор оҫтаһының ижад һандығында төрлө телдәрҙә нәшер ителгән һәм сит илдәрҙә лә донъя күргән 50-гә яҡын китап иҫәпләнә. Автор үҙенең тәүге фельетон геройҙарын 4 тиҫтә йылдан ашыу элек тап Иглин районындағы хужалыҡтарҙың береһендә тапҡан. Ул ваҡытта ауыл эшсәндәре фермалағы етешһеҙлектәр тураһында «Һәнәк» журналына яҙған булған. Әлбиттә, был район етәкселегенә оҡшамаған, шуға ла Марсель Шәйнур улы үҙенең әҫәрен «Килереңде белмәнек» тип атаған.