Өфөнөң «Урал» волейбол клубы суперлигала һигеҙенсе тапҡыр рәттән еңеү яуланы

Был юлы Юрий Лисицкий тәрбиәләнеүселәре Новокуйбышевскиҙың «Нова» командаһынан өҫтөнөрәк булды. Иҫәп - 3:0. Партияларға килгәндә ул 25:21, 25:18 һәм 25:21 иҫәптәре менән тамамланды. Иң һөҙөмтәле уйынсы тип Әмирхоссейн Эсфандийәр танылды. Башҡортостан командаһының Иран легионеры 18 мәрәй тупланы. Әле «Урал» волейбол клубы турнир таблицаһында дүртенсе баҫҡысында килә. Киләһе турҙа яҡташтарабыҙ чемпионат лидерҙарының береһенә, Мәскәүҙең «Динамо» һына ҡаршы уйнай. Осрашыу баш ҡалала 11 декабрҙә үтә.

Әлбиттә, бөгөнгө уңыш бик тә ҡыуаныслы. Әммә алда тағы ла көслөрәк командалар көтә. Беҙ иһә оптималь хәлдә, беҙгә бер нәмә лә баҫым яһамай, еңеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

Алексей Самойленко, «Урал» волейбол клубы уйынсыһы