Сәфәрҙең тәүге көнөндә ҡунаҡтар Башҡортостандың Милли музейында булып, уның туристик мөмкинлектәрен баһаланы. Бөгөн проектта ҡатнашыусылар Салауат Юлаев һәйкәлен барып күргәндән һуң, «Торатау» Конгресс-холында уҙасаҡ пленар ултырышҡа йыйылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Планшеттағы бер төймәгә баҫыу менән, бинаға поляр балҡышы нурҙары тарала. Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейындағы заманса мөмкинлектәр бының менән генә сикләнмәй. Көслө ел имитацияһы, аҡсарлаҡтар тауышын ишеткәс тә, үҙеңде Арктикалағылай хис итергә мөмкин. Алдынғы технологиялар файҙаланыу - Арктика тураһында мәғлүмәт һаҡлаған йорттоң туристар яратып өлгөргән урынына әүерелеү сәбәптәренең береһе.
Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын хаҡлы рәүештә заманса музей тип атарға мөмкин. Уның менән һуңғы йылда 20 меңдән ашыу кеше танышҡан. Музейҙың сағыштырмаса бәләкәй булыуын иҫәпкә алғанда, был ҙур күрһәткес.
Бөгөн ҡотопсолар йорто менән илдең төрлө нөктәһенән килгән музей етәкселәре танышты. Улар барыһы ла «Рәсәй музейҙары маршруты» Бөтә Рәсәй проекты ҡатнашыусылары. Йыл дауамында барған сараның һуңғы этабы Өфөлә үтә. Тармаҡ белгестәре баш ҡала музейҙары менән танышып, уларҙың туристик мөмкинлектәрен баһаланы. Ә Рәсәйҙең мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлау, музей туризмын системаға һалыу, музейҙарға күберәк халыҡ йәлеп итеү мәсьәләләре эшлекле әңгәмәләр барышында тикшерелде.
Эшлекле ултырыш һөҙөмтәле булды. Уның барышында Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы менән Третьяков галереяһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Был һәр майҙанда күргәҙмәләр, фәнни семинарҙар ойоштороу, эштә заманса ысулдар менән бүлешеү һәм башҡа мөмкинлектәрҙе күҙ уңында тота. Әйткәндәй, икенсе төбәк белгестәре Нестеров исемендәге музейҙа сәнғәт әҫәрҙәрен һаҡлау һәм реставрациялау ысулдарын юғары баһаланы.
Күләмле сара башлыса яңы музей маршруттары булдырыу һәм уларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Белгестәр бер нисә көнлөк сәфәр аҙағында «Шүлгәнташ» музей комплексы менән танышасаҡ. Әйткәндәй, музей барлыҡҡа менән, тәбиғәт ҡомартҡыһы менән танышырға теләүселәр өс тапҡырға артҡан.
«Рәсәйҙең Музей маршруттары» проекты былтыр башланды. Быйыл тематик саралар Рәсәйҙең 12 төбәгендә уҙғарыла. Проект уникаль тарихи-мәҙәни мираҫҡа киң аудитория иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ музейҙарҙы үҫтереүҙең заманса ысулдарын табырға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быйыл проектҡа Мәскәү, Санкт-Петербург, Ярославль, Төмән һәм башҡа ҡалалар ҡушылған.