Мәктәп театрҙарына ярҙамға. Салауат башҡорт дәүләт драма театры базаһында яңы проект эш башланы. «Ижади майҙан» Салауат, Күмертау ҡалалары, Федоровка, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Мәләүез районы мәктәптәрендәге драма түңәрәген үҫтереүгә йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә уҡыусылар театр һәм кино артистарының лекция, тренингтарында ҡатнаша.
Тәүге дәрес балаларҙы драма түңәрәгенә йәлеп итеү, спектаклдең төҙөлөшөнә, этюд формаларына арналды. Проект бер йылға иҫәпләнгән. Уның һөҙөмтәһе булып киләһе йыл фестиваль уҙасаҡ.