Башҡортостандың гүзәл заттары ҡор уҙғарҙы

Бөгөн Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте съезы үтте. Унда республика район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән делегаттар килде. Йыйында мәғариф, мәҙәниәт проблемалары, дәүләт телдәрен өйрәнеү, йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡ һаулығын һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Съезд делегаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесенең башҡорт телен үҫтереү һәм пропагандалау буйынса кәңәшсеһе Фирҙәүес Хисаметдинова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Съезда йәмғиәт уставына үҙгәрештәр ҡабул ителде, әлеге  рәйесе  Гөлнур Ҡолһарина яңы  мөҙҙәткә  һайланды.  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте йыйыны биш йылға бер үткәрелә.