Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, эш көндәрендә табиптар киске сәғәт 9-ға тиклем ҡабул итә. Башҡортостанда уҙған аҙнала 30 меңдән ашыу кеше һалҡын тейҙереп дауаханаға мөрәжәғәт иткән. 14 кешелә грипп асыҡланған. Сирҙән һаҡланыу өсөн прививка эшләтергә кәңәш итәләр. Бөгөнгә 1 миллиондан ашыу кеше гриптан бушлай вакцина яһатҡан.