Башҡортостанда яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнә

3, 4 һәм 5 ғинуарҙа киске сәғәт биштән киләһе көндә иртәнге унға тиклем шарап һатып алып булмай. 6 ғинуарҙа ошондай уҡ сикләү киске биштән магазиндар ябылғансы ҡаралған. Башҡа көндәрҙә хәмер ғәҙәттәгесә һатыла, тип хәбәр итәләр Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан. Сикләү йәмәғәт туҡланыу урындарына  ҡағылмай.