Республика Башлығы ошо эште ойоштороуға тәнҡит белдергәйне. Хәҙер 122 шылтыратыуҙар үҙәгенең эш теҙмәһе үҙгәртелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә шул турала хәбәр итә. Ял көндәрендә лә талон алырға була. Республикала поликлиникаларҙың да эш ваҡыты үҙгәртелде. Медицина белгестәренә дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ғаса күренергә мөмкин. Табиптарҙы өйгә киске 8-гә тиклем саҡыртырға була.