Башҡортостанда халыҡ-ара бизнес форумында ҙур килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡарала

Премьер-министр Андрей Назаров телеграмм каналында яҙыуынса, агропарк төҙөү буйынса 25 миллиард һумлыҡ килешеү әҙерләнә. Бынан тыш, аҙык-түлек етештергән компанияларҙың береһе “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 4,5 миллиард һумға баһаланған инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Халыҡ-ара бизнес аҙналағы 14-16 декабрҙә үтә. Унда 20 илдән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.