Был турала социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров яҙа. - 200 меңдән ашыу кеше тәбиғәт парктарында булған. Был уҙған йылдағынан 50 процентҡа күберәк. Туристарға 11 миллиард 600 миллион һумлыҡ хеҙмәттәр күрһәтелгән. Туриндустрия өсөн йыл уңышлы булды, - ти Андрей Назаров. Башҡортостанда шулай уҡ ҡышҡы туризм үҫешә. Бөгөнгә 14 тау саңғыһы курорты асылған. Уларҙың барыһы ла хәүефһеҙлеккә тикшерелгән.