Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәрен Башҡортостан башлығы исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡотланы. Ул шулай уҡ иң әүҙем ветерандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бөгөн «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы республикала йәшәгән 3 меңдән ашыу кешене берләштерә. Улар башлыса төрлө һуғыш һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандар.
Йәмғиәт ағзалары төбәктәрҙә ветерандар слеттары уҙғарыу, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, Ватан һаҡсыларының исемдәрен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып бара.