Өфөнөң 45-се мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Ишбулатов Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан уҙғарылған Бөтә Рәсәй сәйәси фото конкурсында еңеү яулаған.
Урта дөйөм һәм һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында ойошторолған ижади конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 31 уҡыусы ҡатнашҡан. Жюри ағзалары башҡорт егете Арыҫлан Ишбулатовтың иң яҡшы дуҫы Нестор Боков менән төшкән «Рәсәй һәм Башҡортостан быуаттарға бергә» тигән фотоһүрәтен иң яҡшыһы тип тапҡан.
Егеттәр фотоға Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы алдында башҡорт һәм рус халыҡтарының милли кейемдәрен кейеп төшөп беренсе урынға лайыҡ булған. Конкурста еңеүсе башҡа авторҙар Мәскәү вәкилдәре.