13 декабргә тиклем күп функциялы үҙәктәрҙән үҙенсәлекле акция

Һалым инспекцияһы менән берлектәге мобиль офистар хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Иртәнге унда һалым инспекторҙарынан торған төркөм күп функциялы үҙәкккә килеүсе граждандарға мобиль ҡушымталар ярҙамында һалым бурыстары бармы -юҡмы икәнлеге хаҡында аңлама бирә. СМС һәм Е-майлға тоташтырып, мәғлүмәт алырға ярҙам итә.

Федераль һалым инспекцияһының интернет сервисы аша һәр кем физик шәхестәр өсөн шәхси кабинетҡа инеп һалым күләме һәм түләнгәндәре, бурыстар хаҡында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Консультациялар эшҡыуарҙар һәм юридик ойошмалар вәкилдәренә лә бирелә. Халыҡ күпселек осраҡта һалым ИНН дары, һалымдар һәм иғәнәләр түләүгә квитанциялар, шәхси эшҡыуар булараҡ иҫәпкә баҫыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итә.

Фатир, автомобиль өсөн һалым түләнем. Бурысым юҡ. Бер саҡ паролде онотоп шәхси кабиретыма инә алмай йөрөнөм. Ә бында миңә паролде тергеҙергә ярҙам иттеләр.

Тимур Нәбиев, Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеүсе

Республиканың барлыҡ граждандарын « Яңы йылға бурысһыҙ» акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бурыстарығыҙ барлығы хаҡында мәғлүмәт еткереп, һалым түләүгә квитанция тапшырабыҙ, шәхси кабинетҡа инергә ярҙам итәсәкбеҙ.

Алһыу Маманова, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 4-се район-ара инспекцияһы бүлеге өлкән дәүләт инспекторы

һалым түләү буйынса бурысына иғтибарын арттырырға булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана. Был сараларҙа республиканың күп функциялы үҙәктәре булған 31 офисы ҡатнаша.

«Яңы йылға» бурыстарһыҙ акцияһы аҙна буйы дауам итәсәк. Юридик һәм физик шәхестәр күп функциялы үҙәктәргә килеп һалым буйынса бурыстары хаҡында мәғлүмәт алып, һалым түләй ала. 2021 йыл өсөн һалымдарын түләүсе граждандар донъяның бар тарафтарында ла ҡаршылыҡтарһыҙ сәйәхәт итә аласаҡ.

Гүзәл Борханова