Ярҙам күрһәтеү өсөн уларға республика башлығы медицина десанты ебәрҙе. Әле яугирҙарҙы Донбасста командировкала булған Башҡортостан табиптары ҡарай. Аҡ халатлыларға булышлыҡ итеү өсөн башҡа белгестәр ҙә юлға сыҡты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең күреү һәләтен ялан шарттарында түгел, ә окулист кабинетында тикшертә. Башҡортостан табиптары Миңлеғәле Шайморатов батальоны яугирҙарының сәләмәтлеген баһалай.
УЗИ үтергә, ЭКГ эшләргә, хирург, кардиолог, травматологтан консультация алырға. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә Башҡортостан табиптары ялан госпитале ойошторған. Үҙҙәре менән дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары килтергән. Республика башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең сәләмәтлеген ентекләп тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Бер нисә көндән медицина десантына төрлө профилдәге табип-стоматологтар ҙа ҡушыла. Башҡортостандан мобиль комплекс белгестәр менән юлға сыҡҡан да инде.
И.Байбулатов