Башҡортостанда грипп таралыуға бәйле мәктәптәр ябылмаған

Был турала Мәғариф  һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Бөгөнгә 60 класта карантин иғлан ителгән. Министр әйтеүенсә, сир ныҡлап таралһа мәктәптәр санитар нормаларға ярашлы ҡарар ҡабул итә. - Карантин уҡытыуҙың тулыһынса туҡтатылыуын аңлатмай. Законға ярашлы, белем биреү ситтән тороп алып барыла. Ҡарарҙы мәктәп етәкселеге ҡабул итә, - тине  Айбулат Хажин.