Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса федераль ҡануниәт буйынса шундай мөмкинлек бар. Ете ай элек программа 5 процентлыҡ ставка менән башланды. Башҡортостанда ошо ваҡытта 54 ипотека бирелгән. Хәҙер процент тағы ла түбән була. Республика ҡаҙнаһынан 1 проценты субсидиялана. IT-белгестәр торлаҡ кредитын йыллыҡ 4 процент менән аласаҡ, - ти Андрей Назаров.