Төбәктәрҙең 1-се фәнни-технологик үҫеш милли рейтингында Башҡортостан алдынғы 5 төбәк исемлегендә

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошо турала белдерҙе. Башҡортостан 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Томск өлкәһенән һуң 4-се урынға ҡуйылған. “Евразия фәнни-мәғариф үҙәге программаһын тормошҡа ашырыу, мәғариф өлкәһен яңырытыу республикаға өҫтөнлөктәр бирә. Вуз-ара студент кампусы проекты тормошҡа ашырыла. Өфө Фән һәм технологиялар университеты булдырылды. Беҙҙең өс университет “Приоритет-2023” федераль программаһында ҡатнаша. Уларға миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде”, - тип билдәләй Максим Забелин. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе белдереүенсә, республикала ғилми хеҙмәткәрҙәр артҡан. Фәндән етештереү цехына күскән технологиялар күбәйгән. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина фекере.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт