33 йәшлек яҡташыбыҙға юғары дәүләт наградаһын ил президенты Владимир Путин тапшырҙы. Борис Дудко - һауа- десант ғәскәрҙәренең айырым танк батальоны командиры урынбаҫары. Уның етәкселегендәге рота махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә юғары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ҡаты алыштарҙың береһендә хәрби хеҙмәткәр Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим ителә, ә ротаның бөтә шәхси составы «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Наградаларҙы тапшырып, Владимир Путин Геройҙар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә айырыуса рәхмәтен белдерҙе.