Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветераны, патриотик ойошма вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветераны, патриотик ойошма вәкилдәре менән осрашты.

Геройҙар көнө уңайынан ойошторолған сарала махсус операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам саралары һәм һалдаттар менән бәйле башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәт үтеүсе ир-егеттәргә оло рәхмәтен еткереп уларға ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Геройҙарға дан һәм хөрмәт. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм патриотик ойошмалар вәкилдәре менән осрашыуы бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Төбәк етәксеһе республика геройҙарын иҫкә алып, махсус операцияла хәрби хеҙмәт башҡарған һалдаттарға оло рәхмәтен белдерҙе.

«Хәрби туғанлыҡ» вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙа мобилизацияға саҡырылыусы ир-егеттәргә ярҙам юлдары ҡаралды. Миңләғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальон һалдаттары менән бәйле һорауҙар ҙа иғтибар үҙәгендә булды.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 284 хәрбигә юғары дәүләт наградаһы - Геройы исеме тапшырылған. Республика башлығы тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә алып бөгөн махсус операцияла хәрби бурысын башҡарыусы яҡташтарыбыҙ ҙа беҙҙең өсөн Герой тип билдәләне.

Геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостанда күп яҡлы эш алып барыла. Геройҙарҙың исемен данлап йәш быуынға еткереү паториотик тәрбиәнең нигеҙе булып тора.

Флорида Ким