Легендар генерал-майор фамилияһын йөрөтөү оло яуаплылыҡ

Саҡмағош районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Салауат Шайморатов өсөнсө дәрәжә «Батырлыҡ ордены» менән билдәләнгән. Дәүләт наградаһына ул хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн лайыҡ булған. Әле тыуған яғына реабилитацияға ҡайтҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Салауат Шайморатов яу юлын үткән олатаһы өсөн ғорурланып үҫә. Бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана. 2017 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағас та, әрмегә үҙ теләге менән бара. Күп тә үтмәй танк батальонында ҡалырға контракт төҙөй. Был турала Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егет Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуында һөйләне.

Алыҫ Көнсығышта биш йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Салауат Шайморатов махсус хәрби операция биләмәһенә эләгә. Башта Изюм йүнәлешендәге операцияла ҡатнашһа, һуңынан Херсон өлкәһендә оборона тота.

8 сентябрҙә көслө атыш башлана, танк командиры тотош экипажын үлемдән аралай.

Танк эшлектән сыға. Был видеоны Салауат госпиталдә ятҡанында ала. Хеҙмәттәштәрен ҡотҡарып, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн яҡташыбыҙ юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнә. Мәктәп коллективы өсөн был яңылыҡ оло ғорурлыҡ.

Салауат Шайморатовҡа Севастополдәге госпиталдә ҡатмарлы операция яһала. Өс ярсыҡтың икәүһе уның тәнендә ҡалған. Әле яҡташыбыҙ Башҡортостанға реабилитацияға ҡайтарылған. Сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Салауаттың атаһы ла оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Илгиз Шайморатов улының бәләкәйҙән яуаплы һөнәргә тартылыуын билдәләй.

Салауат Шайморатов тыуған яғына реабилитацияға ҡайтыу менән өйләнгән. Һаулығы буйынса махсус хәрби операцияға кире юллана алмауы ихтимал. Шуға яҡташыбыҙ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә башларға ниәтләй. Әле ул Саҡмағош районы хакимиәтенә ер һорап мөрәжәғәт иткән.

Гөлназ Хәйбуллина