Өфөлә Башҡортостан етештереүселәренең магазины эшләй башланы

Свердлов урамында урынлашҡан гастромаркет тәү ҡарашҡа ябай сауҙа үҙәктәренән айырылмай, әммә кәштәләрҙә тик республика предприятиеларының ғына продукцияһы урын алған. Магазин «Алекссевка» агросәнәғәт комплексы асылған. Башҡортостан хужалыҡтары етештергән аҙыҡ-түлек төрөн беҙҙең ижади төрөкм дә барланы. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Алексеевка йәшелсәһе, Миәкә балығы, Мәсетле сыры, Бүздәк соусы, Башҡортостан хужалыҡтарының ит, һөт ризыҡтары. Кәштәләрҙә республикала һәм унан ситттә лә киң билдәле етештереүселәрҙең продукцияһын күрергә мөмкин. Гастромаркеттың Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашыуы ла уңайлы. Һатып алыусылар яңы магазинды үҙ итеп өлгөргән дә инде. Сөнки бында экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек алырға мөмкин.

Сауҙа үҙәгендә милли аш-һыуҙарыбыҙ ҙа тәҡдим ителә. Бал, сәксәк, бишбармаҡ, ҡаҙы, ҡымыҙ. Мәҫәлән, Өфө районында 119-сы йылҡысылыҡ заводынан килтерелгән шифалы эсемлек боронғоса ағас көбөләрҙә бешеп эшләнә.

Республика хужалыҡтары һыуыҡтар башланыу менән һауынды туҡтата. Ә 119-сы йылҡысылыҡ заводында бейәләр йыл әйләнәһенә һауыла. Әлбиттә, ҡыш һөт күләме кәмей, әммә хужалар әйтеүенсә был табышҡа ныҡ йоғонто яһамай. Сөнки миҙгел үтеү менән хаҡтар ҙа арта, ә шифалы эсемлеккә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.

Беҙҙҙең хужалыҡ башҡорт аттарын үрсетеү буйынса махсуслашҡан. Сөнки был тоҡом сыҙамлығы менән айырылып тора. Тик йылҡы һанын арттырыу мөмкинлеге юҡ, баш ҡала эргәһендә ер майҙандарына һорау ҙур, ә аттарға иркелек кәрәк, улар тибендә йөрөй.

Александр Сенкин, 119-сы Өфө йылҡысылыҡ заводы генераль директоры

Ә был инде «Башҡортостан ниғмәттәре» компанияһы.6 йыл элек асылған предприятие тәбиғи компоненттарға продукция сығара. Хужалар агростартап программаһында ҡатнашып умартасылыҡ продукцияһы етештереү буйынса яңы линияны сафҡа индергән. Бында сифатҡа етди иғтибар бирелә, бар сеймал ентекле лаборатория тикшереүе үтә.

Беҙ өс йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ, фито сәйҙәр, фито бальзамдар һәм умартасылыҡ продукцияһы сығарабыҙ. Һуңғыһын быйыл етештерә башланыҡ. Һорау бар, алдан уҡ баҙар ихтыяжын өйрәндек.

Азат Йосопов, Крәҫтиән-фермер хужалығы рәйесе

Өфө үҙәгендә асылған гастромаркетты сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукцияға өҫтөнлөк биргән һатып алыусылар өсөн яңы йыл бүләге тип атарға мөмкин. Иң мөһиме бар аҙыҡ-түлек тә үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән.Тимәк, был республика етештереү ҡеүәттәрен үҫтереүгә, эш урындарын арттырыуға этәргес тә булып тора. Ҙур селтәрҙәргә үҙ тауарҙарын сығара алмаған фермерҙар өсөн яңы сауҙа үҙәге проблеманы хәл итеү юлы, продукцияны һатыу еңелләшә.

Рәмзиә Кәримова