Башҡортостан ҡала мөхите үҫешенә граждандарҙы йәлеп итеү буйынса лидер төбәк

Башҡортостан Волга буйы федераль округында ҡала мөхите үҫешенә граждандарҙы йәлеп итеү буйынса лидер төбәк.  Был турала Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров округ советы ултырышында белдерҙе. Видеокәңәшмәлә граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреүҙә власть органдарының эшмәкәрлеге тикшерелде. Радий Хәбиров власть органдарының халыҡҡа асыҡ булыуы мөһимлеген билдәләне. Сибай карьеры проблемаһын һәм файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыуҙағы законһыҙ эш итеүселәрҙе асыҡлауҙа тап ошондай юл ярҙам иткән.

Власть менән халыҡ араһына күпер башлыса Республика менән идара итеү үҙәгенән һалына. Социаль коммуникациялар блогы, инцидент - менеджмент системаһы аша мөрәжәғәттәр ҡабул ителеп проблема хәл ителгәнгә тиклем хеҙмәткәрҙәр күҙәтеүендә ҡала. Республикала йәшәүселәрҙән килгән 450 меңдән ашыу һорауға яуап табылған - мәсьәлә хәл ителгән.

Ситуация үҙәге ике йыл эсендә 822 мең мөрәжәғәт эшкәрткән. Коронавирус пандемияһы башланған осорҙа төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса асылған үҙәк һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Колл- үҙәк иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем меңдәрсә шылтыратыу ҡабул итә. Операторҙар уларҙы тиҙ арла хәл итеү юлдарын таба.