Сергей Канавский: Өфө халыҡ-ара бизнес үҫеше өсөн майҙансыҡ булып тора

Киләһе  аҙнала Башҡортостан баш ҡалаһында  халыҡ-ара  бизнес  фоумы уҙғарыла.  Шанхай  хеҙмәттәшлек  ойошмаһының Эшлекле  советы  башҡарма  секретары  Сергей  Канавский белдереүенсә, быйыл йыйында  барыһы  өсөн  ҡыҙыҡлы  булған проекттар менән танышыу  мөмкинлеге була. Башҡортостан был өлкәлә  әүҙем эш алып бара, тине  ул.  Өфөлә  халыҡ-ара  бизнес форумы  14 декабрҙә  башлана.