Ҡаланың бер өлөшөн проектлау буйынса документтар раҫланды. Уға ярашлы, Комаринская урамында 2 мең 200 урынлыҡ мәктәп, шулай уҡ ауыл амбулаторияһы асыла. Бынан тыш, 350 урынлыҡ балалар баҡсаһын, физкультура комплексын төҙөү планлаштырылған. Был объекттар Йылҡыбай, Карпов, Федоровка һәм Самохвалов ауылдары халҡы өсөн тәғәйенләнә.