Көндәрҙең һыуыҡ тороуы сәбәпле, төбәктә янғын сығыу осраҡтары артҡан

Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса ойошторолған комиссия ултырышында профилактика сараларын арттырыу маҡсаты ҡуйылды. Ғәҙәттә, Яңы йыл байрамдары осоронда ут сығыу осраҡтарының күп булыуын иҫәпкә алып, район-ҡалаларҙа рейдтар ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Яңы йыл байрамдарында һауа торошо һыуыҡ булыр тип көтөлә, был янғын хәүефен дә арттыра. Башҡортостан хөкүмәте үлтырышында быға бәйле иҫкәртеү сараларын көсәйтеү кәрәклеге билдәләнде. Профилактик рейдтарҙа баҡсасылыҡ ширҡәттәренә айырыуса иғтибар бүленә, сөнки биләмәләрҙә зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәһә лә электр ҡоролмалар менән торлаҡ йылытыусылар күп.

Белгестәр урындағы халыҡ менән даими аңлатыу эштәре алып барһа ла, янғын осраҡтары ғәҙәттә бер үк сәбәптәр буйынса теркәлә. Байрам осоронда спиртлы эсемлек эсеп уяулыҡты юғалтыу, газ һәм электр ҡоролмаларының техник торошон тикшермәү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү һәм башҡалар.

Был аҙнала Өфөнөң Ленин районындағы «Төҙөүсе» баҡсасылар ширҡәтендә сыҡҡан янғында ете йәшлек ҡыҙ баланың һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Тикшереү төнгө янғынға электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булыуын күрһәтә.

Флорида Ким