Өфөлә легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле алдында Геройҙарға арнап флешмоб уҙғарылды. Илһөйәрлек сараһы «Башҡортостандың диңгеҙселәр йыйыны» ойошмаһы менән «Патриот» йәмәғәт хәрәкәте тарафынан ойошторолдо. Совет майҙанына йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышында, хәрби бәрелештәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Ҡулдарына Советтар Союзы һәм Рәсәй геройҙарының портреттарын, дәүләт символдарын тотҡан кадеттар, мәктәп уҡыусылары, студенттар патриотик йырҙар башҡарҙы. Шулай уҡ майҙанда плац-концерт ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Грантына уҙғарылған сара Ватан геройҙары көнө һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналды.