«Башҡортостан» дәүләт концерт залында йылдың төп мәҙәни сараһы «Башҡорт йыры» үтте

Ике көн дауамында сәхнә йыр-моңдан, зал көслө алҡыштарҙан яңғырап торҙо. Тәүге көндә проекттың быйылғы еңеүселәре, йәш йондоҙҙар сығыш яһаны. Тамашаға алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың ғаиләләре, яҡындары саҡырылды. Икенсе көндә проект билдәле сәхнә йондоҙҙары менән йәш көстәрҙе бергә йыҙы. Ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙән килгән йырлы сәләмде зал аяғүрә баҫып алҡышланы. Рух һәм күңел байрамы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡорт халыҡ йырҙары, ретро, эстрада. Концерт программаһы төрлө быуын тамашасыһының күңеленә хуш килерлек итеп төҙөлгән. Башҡарыусылар араһында билдәле, олпат сәхнә оҫталары ла, көслө, сағыу тауышлы йәштәр ҙә бар. Һәр береһенең тауышы, моңо, сығышы ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле. Ике көн дауамында «Башҡортостан» концерт залы «Башҡорт йыры» шауҡымында, илаһи йыр-моң солғанышында йәшәй.

Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә «Башҡорт йыры» сәхнә оҫталарының да, тамашасыларҙың да яратҡан тамашаһына әүерелгән. Проект асҡан исемдәр хәҙер меңдәр менән иҫәпләнә. Ул башҡорт йыр, музыка сәнғәте күгендә сағыу йондоҙҙар балҡыта. Күренекле йырсылар әйтеүенсә, йәштәр араһында асыштар бихисап, уларға ошо проект һымаҡ майҙан ғына кәрәк.

Йылдың төп мәҙәни сараһын тамашасылар ҙа көтөп ала. Залда буш урындарҙың бөтөнләй булмауы «Башҡорт йыры»ның популярлғы хаҡында һөйләй. Халыҡ тап ошо концертты ҡарарға ниәтләп алыҫ райондарҙан да килә.

«Башҡорт йыры» яңы йыл алдынан ойоштороған бай йөкмәткеле тамаша ғына түгел, ул зәңгәр экрандарҙа барған конкурстың йомғаҡлау тантанаһы ла. Йыр-моң бәйгеһенең быйылғы еңеүсеһе, гран-при яулаусы Краснокама районынан Ринат Сәлихйәнов.

Тамашаның кульминация нөктәһе, иң тетрәндергес өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең йырлы сәләме булды. «Башҡорт йыры-2020» конкурсы еңеүсеһе Әлфир Заманов менән Фларид Бирғәлиндың сығышын зал аяғүрә баҫып алҡышланы.

«Башҡорт йыры»н ысын мәғәнәһендә йылдың төп мәҙәни сараһы тип атарға мөмкин. Был тамаша билдәле сәхнә йондоҙҙарын бер майҙанға туплауы, яңы сағыу исемдәр асыуы менән үҙенсәлекле. Йәғни ошо проектты йәштәрҙе оло ижадҡа илтеүсе юл тип әйтергә була. Һәм әлеге ваҡытта конкурстың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре халыҡ ара, ил, республика кимәлендәге конкурстарында еңеү яулай, төбәктең мәҙәни көсө, йөҙө булып тора икән, тимәк, Башҡорт йыры үҙ маҡсатына өлгәшкән. Һәм беҙҙҙең йыр сәнғәтен унан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел

Рәмзиә Кәримова