Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Ер һүҙе» халыҡ-ара белем биреү кинопроектына йомғаҡ яһалды. Уның сиктәрендә ижадын яңы башлаған йәштәр сценарий яҙып, фильм төшөрөргә өйрәнә. Тамашасы иғтибарына 27 фильм тәҡдим ителгән. Өсөнсө йыл ойошторолған ижади проектҡа илдең алты төбәгенән 250-нән ашыу заявка ҡабул ителгән. Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башҡорт, урыҫ, сыуаш, мари һәм башҡа телдәрҙә фильмдар төшөрөлгән.
Проект Башҡортостан кинематографистары союзы һәм Булат Йосоповтың кино мәктәбе башланғысында тормошҡа ашырылған. Ошо маҡсатта быйыл ойоштороусылар Мәҙәни башланғыстар Президент фонды конкурсында еңеп, матди ярҙам йәлеп итеүгә ирешкән. Йыл барышында 40-тан ашыу фильм төшөрөлгән. Дыуан районы вәкилдәре «Көрәш» тип исемләнгән әҫәр тәҡдим иткән. Етем ҡалған үҫмер тураһындағы әҫәрҙә райондың Тимер Йосопов исемендәге лицей-интернатының тотош педагогик коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашҡан.