Башҡортостанда мобилизация буйынса алыныусыларҙың ғаиләләре өсөн яңы йыл түләүҙәре була

Бер тапҡыр 20 мең һум бирелә. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, аҡса хәрбиҙәрҙең тормош иптәштәренә, бәлиғ булмаған һәм 23 йәшкә тиклемге студент балаларына тәғәйенләнә. Хәрбиҙең ата-әсәһе был исемлектә юҡ. Махсус операцияла ҡатнашыусы һәм ҡатыны айырылышҡан булһа аҡса балаларға ғына түләнә. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы, социаль яҡлау идаралығы, йә күп функциялы үҙәк аша бирергә мөмкин. Аҡса 26 декабргә тиклем түләнергә тейеш.