Яман шеште аҙып киткәнсе асыҡлаған табиптарға аҡса түләнә

Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Төбәктәргә 53 миллион һум бүленә. Уның миллионға яҡыны Башҡортостанға тәғәйенләнә. Яман шеш диагнозын ҡуйған табиптарҙың  эш хаҡына аҡса өҫтәлә.