Суперлига командалары араһында ярыштарҙың тәүге ике этабы Свердловск өлкәһендә үтте. Ғәмәлдәге чемпион, Өфөләге Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге үҙәк спортсылары яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Киләһе этаптар ғинуарҙа Тольяттиҙа үтә, унан һуң февралдә ярыштарҙы Өфө ҡабул итә.