Башҡортостанға эшҡыуарҙар килә

Өфөлә власть, бизнес вәкилдәрен, эксперттарҙы берләштергән иҡтисади форум ойошторола. Улар халыҡ-ара кооперация, экспорт, инвестициялар үҫеше, иң яҡшы бизнес-практикалар мәсьәләләрен тикшерә. Иртәгә башланған эшлекле йыйында  3 меңгә яҡын кеше, 20-нән ашыу илдән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.  Форумда 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана, 55 фекер алышыу майҙансығы ойошторола, унда  500-ҙән ашыу спикер сығыш яһарға йыйына. Ҡатнашыусылар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең валютаһын булдырыу мөмкинлектәрен тикшерә, “Салауатбыяла”  предприятиеһында табаҡлы быяла сығарыу линияһын асыу һәм башҡа саралар көтөлә. Форумдың сайтында трансляция ойошторола.