Республика инвесторҙарға физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөргә тәҡдим ителә

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы шундай проект әҙерләгән. Өфөлә шәхси-дәүләт партнерлыҡ нигеҙендә спорт объектын төҙөү ҡарала. Концессион килешеү 213 миллион һумға баһалана. Белгестәр буласаҡ инвесторға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелергә мөмкин.