Быйыл Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша өс тапҡырға күберәк ғариза килгән

2022 йылдың 11 айында Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре порталына Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы буйынса 62 мең ғариза килгән. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе беддереүенсә, былтыр ошо уҡ осорҙа был күрһәткес өс тапҡырға кәмерәк булған. Иң ҙур ихтыяж булған хеҙмәт - кадастр планында участканың схемаһын раҫлатыу. Быйыл ошоға бәйле 16 мең ғариза килгән.

Дөйөм алғанда, республикала йәшәүселәргә электрон форматта ер һәм мөлкәткә бәйле 26 төр хеҙмәт күрһәтелә. «Беҙ уларҙы һанлаштырыу бурысы ҡуйҙыҡ һәм уларҙың күләме йылдан-йыл арта. Дәүләт менән ошолай форматта мәғәмәлә итеү халыҡҡа уңайлы һәм ваҡытты экономиялау мөмкинлеге лә бирә.» тип белдергән төбәк башлығы.