Мобилизацияға алынғандарҙың ғаиләләренә рухи ярҙам

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге театрҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыу үтте. Сентябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең 15 хеҙмәткәре мобилизацияланды. Мәҙәниәт учреждениеһы хәрбиҙәргә лә, уларҙың ата-әсәләренә лә даими ярҙам күрһәтә.

Концерт эшмәкәрлегенән алынған килемгә бәрелештәр барған ергә йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, техника оҙатыла. Осрашыуҙа егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре барланды. Һуңынан осрашыуға килеүселәр Сибай артистары ҡуйған спектаклде ҡараны.

Мобилизация башланғандан алып бер үҙебеҙҙе ҡалдырғандары юҡ. Шылтыратып торалар, кәрәкһә ярҙам итәләр. Ҙур рәхмәт! Бындай осрашыуҙарҙан һуң күңел тынысланып ҡала. Балаларыбыҙ иҫән-имен генә ҡайтһын инде.

Рәмзиә Йәнтүрина, мобилизацияға алыныусының әсәһе