Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында республика чемпионаты үтте

Сара янғын-ҡотҡарыу спортына 85 йыл тулыуға арналды. Ярышта йәштәр көс һынашты. Тәүге минуттарҙа уҡ беренселек өсөн көрәш көсөргәнешле башланды. Спортсылар уҡыу башняһына штурмлаусы баҫҡыс менән күтәрелде. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән спортсы һынауҙы ун өс ярым секундта үтте.

Ярыштан янғын-ҡотҡарыу спорты мәктәбе уҡыусылары ла ситә ҡалманы. Чемпионатҡа спорт ветерандары ла саҡырылғайны. Улар үҙҙәре лә күптән түгел генә ошондай ярыштарҙа ҡатнашып, беренсе урын яулаған.

Бөгөн янғын һағының спорт ветерандары йәш быуын вәкилдәре менән осрашты. Улар йәштәрҙең сығышын ғорурланып күҙәтте, уңыштары өсөн ҡыуанды. Йәштәр етеҙерәк, күрһәткестәре лә яҡшыраҡ, әлбиттә.

Марат Латипов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе