Байрам тантаналары 14 декабрҙә, билдәле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Төрлә министрлыҡ, ведомство етәкселәре ҡатнашҡан сарала шулай уҡ медицина учреждениеларының эшмәкәрлеге, яңы йылға әҙерлек һәм башҡа төп темалар хаҡында һүҙ барҙы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Илдә етештереү ҡеүәттәре, транспорт һаны артҡан һайын экология мәсьәләһенә иғтибар көсәйә. Башҡортостан башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә муниципаль берәмек башлыҡтарына газ яғыулығына күсеү бурысын ҡуйҙы. Әле Республика газ станциялары күләме буйынса илдә алдынғы урындарҙа. Төбәктә 41 газ заправкалау станцияһы эшләй. Был өлкәлә эшләүсе инвесторҙарға ташламалар, дәүләт ярҙамы ҡаралған.
Тағы ла бер яңылыҡ - Башҡортостанда табиптарға яҙылыу ваҡыты оҙайтылған. Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, әле грипп менән ауырыусылар 22 процентҡа артҡан. Операторҙар көн һайын 35 мең тирәһе шылтыратыу ҡабул итә. Табиптарға ярҙамға ординаторҙар килгән. Радий Хәбиров был һорауҙы контролдә тотоу бурысын ҡуйҙы.
14 декабрҙә Республиканың барлыҡ райондарында һәм Рәсәйҙең алты төбәгендә Башҡорт теле көнөнә арналған саралар ойоштороу ҡаралған. Был көндә телде һаҡлауға, үҫтереүгә арналған төрлө конференциялар, флешмобтар, ижади байрамдар үтә. Сара Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана.
Оператив кәңәшмәлә Яңы йылға әҙерлек хаҡында һүҙ барҙы, әле урамдарҙы, майҙандарҙы биҙәү, иллюминациялар ҡороу бара. Бөтәһе меңләп шыршы ҡуйылған. Республика халыҡ-ара бизнес аҙналығын ҡабул итеүгә лә әҙерләнә.
Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, республикала балалар өсөн бай йөкмәткеле яңы йыл тамашалары ла ойоштороласаҡ. Башҡортостанға Донецк, Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье, Херсон өлкәләренә күсеп килеүселәрҙең балалары ла, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарбыҙҙың ул-ҡыҙҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Был аҙнала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә 20 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙамды түләү ҙә башлана.
Рәмзиә Кәримова