Хоҡуҡ һаҡсылары өс кешене енәйәт урынында ҡулға алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға тиклем хөкөм ителгән 54 йәшлек ир өңөндә йоҡлап ятҡан айыуҙы атып үлтергән. Хайуанды үҙаллы эшкәртергә хәленән килмәгәс ул урындағы ирҙәрҙән ярҙам һорай. Башланған эш тамамланып өлгөрмәй, браконьерҙарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
Тентеү барышында хоҡуҡ һаҡсылары 2 һунар ҡоралы, 20-нән ашыу патрон, бысаҡ һәм хайуан түшкәһен тартып ала. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.