Шыршы майҙандарына йылға-күлдәрҙән килтерелгән боҙ киҫәктәренән боҙ һындар эшләнә. Өфөлә байрам майҙансыҡтары 23 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем эшләр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Ҙур боҙ киҫәктәренән күҙ алдында семәрләп эшләнгән композиция барлыҡҡа килә. Рәссам эскиз буйынса боҙҙарҙы ҡырҡып әкиәт геройҙарын һынландыра. Затон биҫтәһендәге «Тулҡын»паркы алдындағы боҙ майҙансығы сағыу балалар ҡаласығына әйләнәсәк .
Йылдағыса Өфөнөң төп боҙ майҙансыҡтарында шыршы ҡуйыу, тау һәм лабиринт төҙөү ҡаралған. Рәссамдар боҙ һындарҙы биҙәп бөткәс ҡышҡы ҡаласыҡтар балалар тауышынан гөрләп торор тип көтөлә.
Ял урындары төҙөлөп бөткәс хәүефһеҙлек талаптары буйынса тикшереү ойошторола. Байрам майҙансыҡтарында йылдағыса кеше күп булыр тип көтөлә, шуға ла боҙ һындар, һырғалаҡтар махсус талаптарҙы иҫәпкә алып эшләнә.
Өфөлә байрам майҙансыҡтары 23 декабрьҙән 9 ғинуарға тиклем эшләйәсәк. Яңы йыл байрамдарын һәм балаларҙың ҡышҡы каникулын күңелле үткәреү өсөн ҡала тарафынан бай йөкмәткеле ял программалары ла әҙерләнә.
Ф. Ким