Белорет районының Манышты ауылы «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә көс һынаша

Республика конкурсында икенсе йыл рәттән һынау тотасаҡ маныштылар мөһим темаларға һөйләшеп, кәсепселек буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә ойошторолған сара ҡунаҡтарын Манышты ағинәйҙәре таҡмаҡ-йырҙар менән ҡаршы ала. Улар йырлап-бейеп күңел асып ҡына ҡалмай, тәрбиәүи эштәр ҙә алып бара. Шулай уҡ төрлө мәсьәләләргә ҡағылышлы уй-фекерҙәрен дүрт юллыҡтарға һала.

Ысынлап та, тик ултыра белмәгән ханымдар мәҙәни сараларҙың уртаһында, Манышты исемен улар район-республика кимәлендәге бәйгеләрҙә яҡлап маҡтаулы урындарға лайыҡ була. Был юлы ла башҡорт халҡының рухи-мәҙәни хазиналарын һаҡлап, фольклорҙы үҫтереүсе ағинәйҙәр Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте статуэткаһы һәм маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Ағастан яһалған аш-һыу кәрәк-яраҡтары, ҡош, хайуандарҙың һындары күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәгә тупланған. Күрше майҙансыҡта мәктәп уҡыусылары шахматта көс һынашты. Турнирҙы отставкалағы полиция подполковнигы Айҙар Йомағужин атаһы Басир Мирсаяп улы иҫтәлегенә үткәрҙе.

Икенсе йыл рәттән маныштылар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Былтыр район этабында икенсе урын яулап, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була. Конкурс шарттары буйынса ауылда мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелеп кенә ҡалырға тейеш түгел, социаль-иҡтисад, демография күрһәткестәре, имен булмаған ғаиләләр менән алып барылған эштәргә, төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Был уңайҙан Манышты ауылының аҙыҡ-түлек магазиндары тикшерелде.

Конкурста ҡатнашыу ауылды йәнләндерә. Ләкин урындағы халыҡты мәҙәни сараларҙың мәктәп спорт залында үтеүе борсой, шуға күрә «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә еңгән осраҡта клуб төҙөлөүе ихтимал

Үҫеп килгән быуынды сәләмәт тормошта тәрбиәләү өсөн мәктәп уҡыусыларына «Салауат Юлаев» хоккей командаһынан бүләк тапшырылды.

Әлфинә Килдейәрова