Яңы йыл төнөндә республикала халыҡ именлеген 2 мең ярым самаһы полиция хеҙмәткәре тәьмин итә

Хөкүмәттә ошо турала белдерелде. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкиле Динар Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, байрам сараларында 200 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. “Рәсми ҡаласыҡтарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлау ойошторола. Юл-патруль хеҙмәте нарядын арттырыу ҡарала”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт