Асҡын районы үҙәгендә реконструкциянан һуң, Граждандар һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.
Асҡын ауылының Еңеү паркындағы һәйкәл 1919 йылда һәләк булған ҡыҙылармеецтар иҫтәлегенә ҡуйылған. Туғандар ҡәберлеге 1969 йылда асыла. Быйыл уны «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты буйынса реконструкциялайҙар. Йәмғеһе, Асҡын районында был программа сиктәрендә 17 обелиск яңыра, парк һәм скверҙар төҙөкләндерелә.
Һәйкәл асыу сараһы Ватан Геройҙары көнө менән дауам итте. Мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә Шайморатов исемендәге орден тапшырылды.