Был аҙнала республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә 20 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙамды түләү башланды. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, бөгөнгә түләү алыуға 4 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизация буйынса саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам биреү тураһындағы Указға Радий Хәбиров 5 декабрҙә ҡул ҡуйғайны. Бынан тыш, махсус операция биләмәләрендәге хәрбиҙәрҙең балалары байрам тамашаларын бушлай ҡарай ала. Шулай уҡ Яңы йылды ваҡытлыса урынлашыу пункттарында ҡаршы алыусы мәжбүри күсенеүселәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.