Декабрь аҙағында Благовещен ҡалаһындағы психоневрология интернатының яңы корпусы сафҡа инер тип күҙаллана. Әле бинала һуңғы төҙөлөш эштәре бара. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Лилиә Ғәлина Благовещен психоневрология интернатының яңы корпусын төҙөүҙә ҡатнаша. Көнөнә ул уртаса 20 квадрат метр иҙәнгә плитка һала. Эш еңелдән булмаһа ла, ярҙамсылар булғанда тиҙ, ә иң мөһиме сифатлы тип билдәләй тәжрибәле төҙөүсе.
«Демография» милли проекты ярҙамында Благовещен психоневрология интернатында яңы корпус йыл башында төҙөлә башлай. Тәүге свайҙар 15 ғинуар ҡағыла. Ике ҡатлы бинаны күтәреүҙән тыш, карантин блогы, ҡаҙанлыҡтар яңыртыла, ике пассажир һәм өс йөк лифты урынлаштырыла. Төҙөлөш материалдарына хаҡ артһа ла, финанслау ҙа, эш тә туҡтатылмай.
Әле интернаттың өс корпусында 335 кеше дауалана. Даими тәрбиәләү талап ителгән пациенттарҙы урынлаштырыу өсөн яңы куңайлы корпус талап ителгән.
Яҡын арала сафҡа инәсәк корпус 60 пациенттың даими йәшәү урынына әйләнәсәк. Улар тәүлек әйләнәһенә медицина ярҙамы алып, реабилитация үтә аласаҡ. Уңайлы карауттар эргәһендә персоналды саҡырыу төймәһе, саф һауа һулар өсөн һәр палатала балкон ҡаралған.
Әлфинә Килдейәрова