Машиналар Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел аша боҙҙан сыға ала, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Боҙ юлы ауырлығы өс тоннаға тиклем автомобилдәргә иҫәпләнгән. Башҡортостанда шулай уҡ Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы аша ҡышҡы күпер асылды.