Яңы йылдан етем һәм патронат ғаиләләрҙәге балалар өсөн айлыҡ пособие 10 процентҡа арта

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Әле республикала ата-әсәһеҙ 10 мең ярым бала бар. Уларға социаль ярҙам өсөн йыл һайын миллиард һум бүленә. Хәҙер сығымдар тағы 100 миллионға арта. Был аҡса алдағы йылдарға бюджеттарҙа ҡаралған.