Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары бар. Юллама үҙ ирке менән, йә мобилизация буйынса махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бирелә. Уларға 16 йәш тулмауы шарт. Бындай ярҙам йылына бер тапҡыр була. Ғариза, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, мәктәптән һәм хәрби комиссариаттан ҡағыҙҙар кәрәк була.