Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 4 мең 900 тонна продукция индерелгән. Уҙған йылда 6 ярым тапҡырға күберәк булған. Башҡортостан башлыса виноград, хөрмә, һуған, кәбеҫтә, кишер, томат һатып ала. Был продукция Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Ирандан индерелә.