Ҡаһым түрә вариҫтарынан замандың данлы батырҙарына

Стәрлетамаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн берләшкән. Улар яугирҙарға ойоҡбаш бәйләй, итле консервалар әҙерләй, хаттар яҙа. Яңы йылға посылка йыйған урындағы халыҡ менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

Айыусы мәктәбе уҡыусыһы Алина Иралина махсус операцияла ҡатнашыусы ағаһына хат яҙа. Әлегә көндә уның контракт буйынса хеҙмәт итеүсе туғаны нацизмға ҡаршы көрәшә. Үҙенең хатында ҡыҙ йөрәгенән сыҡҡан изге һүҙҙәрҙе теҙеп, бар хәрбиҙәрҙең дә тыуған йорттарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.

Стәрлетамаҡ районы ағинәйҙәре ойоҡбаштар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләй. Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр махсус операция биләмәһендәгеләрҙе өшөтмәҫ, ти улар.

Ә был бүлмәлә ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙар өсөн ит быҡтыра. Хәләл ризыҡты бешерер алдынан ауыл муллаһы доға уҡый. Хужабикәләр туралған һыйыр итен плитәгә ҡуя. Үҙ һутында быҡтырылған продукция артабан банкаларға тултырылып, ҡалай ҡапҡастар менән ябыла. Һауыттың тышына Ҡаһым түрә вариҫтары хәрбиҙәрҙе дәртләндереп изге теләктәрен дә яҙа.

Стәрлетамаҡ районынан гумантир ярҙам яҡын көндәрҙә махсус операция биләмәһенә юллана. Был төбәк халҡының беренсе ярҙамы ғына түгел. Бер көн алда ғына хужалыҡтар һәм төрлө ауыл халҡы көсө менән сиратағы ылау оҙатылған.

Илдар Байбулатов